Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 74.62 85.48

Был заманда һәр кешегә ҡайтып йығылырлыҡ йылы усаҡ, һыйыныр урын, тыныс мөйөш кәрәк. Ғаилә - ул иң оло таянысыбыҙ

Был заманда һәр кешегә ҡайтып йығылырлыҡ йылы усаҡ, һыйыныр урын, тыныс мөйөш кәрәк. Ғаилә - ул иң оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ.

Көнө буйы донъя ҡыуып арыған әҙәм балаһы ғаилә ышығында аҙ ғына булһа ла ял итә, рухи көс һәм дарман йыя, күңел йәрәхәттәрен дауалай.

Ғаилә ул – йылы усаҡ. Ә ата-әсә шул усаҡтың ҡайнар ялҡыны. Бары тик атай-әсәй булғанда ғына ғаилә усағының йылыһы көслө була. Ғаилә усағы йылыраҡ булған һайын дәүләт тә, йәмғиәт тә ныҡ була. Ата-әсә – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө.

26-сы октябрь көнө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ғаилә йылы сиктәрендә “Ғаилә - йәшәү усағы” тигән кисә үтте.

Кисәлә ике йәш ғаилә – Хафизовтар һәм Гәббәсовтар ғаиләләре ҡатнашты. Кисә конкурс формаһында үтте.

Ғаиләләр алып барыусы биргән һорауҙарға яуап бирҙеләр, бирелгән мәҡәлдәрҙең аҙағын дауам иттеләр.

Ребус, кроссворд систеләр, пазл йыйҙылар, картуф, һуғанды салатҡа турауҙа, ҡаҙаҡ ҡағыуҙа үҙ көстәрен һынанылар, уйындар уйнанылар.

Кисә бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.

Кисәлә ҡатнашҡан ғаиләләргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!



2562

Оставить сообщение: