Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 77.06 87.4

11-се октябрь көнө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған Дан йырлайым һиңә, Башҡортостан!

11-се октябрь көнө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған “Дан йырлайым һиңә, Башҡортостан!” тип аталған байрам кисәһе үтте.

Иртәннән төшкә саҡлы мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо. Сәғәт 10-00 да “Көҙгө муллыҡ” тигән йәрминкә ойошторолған ине. Ауылыбыҙҙың уңған апайҙары, ҡыҙҙары сарала әүҙем ҡатнашты.Бешерелгән ҡамыр, һөт ризыктары, йәшелсә,салаттар, ит һатылды йәрминкәлә. Ауыл халҡы үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе теләп алды.

Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөгән апайҙар тарафынан бай йөкмәткеле концерт ҡуйылды.

Был байрам тағы ла шуныһы менән иҫтә ҡалды, тап ошо көндө ауылыбыҙҙың матур парҙары ҡулға -ҡул тотоношоп йәшәгән Рәшит Мөхәмәт улы, Зәйтүнә Семён ҡызы Сабитовтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын – алтын туйҙарын билдәләне. Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Әҙһәм улы Шәһиев алтын юбилярҙарға Башҡортостан Республикаһы башлығы тарафынан, хакимиәт тарафынан бирелгән бүләктәрҙе тапшырҙы. Шулай уҡ юбилярҙарҙы ауылдың ветерандар советы рәйесе Ғөбәйҙуллина Йәмилә Нәғим ҡыҙы , балалары, яҡындары, күршеләре ҡотланы.

Ошо көндәрҙә үҙҙәренең 70 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән ауылдаштарыбыҙҙы, Зәйнуллина Зәйтүнә Әһлиулла ҡыҙын, Фәтҡуллин Ғизетдин Зәйнетдин улын да тәбрикләп үттек был байрамда. Уларға ауыл хакимиәтенән бүләктәр тапшырылды.

Кисә нәфис һүҙҙәр, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Кисәгә килгән, йәрминкәлә ҡатнашҡан ауылдаштарға, үҙешмәкәр артистарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ!



2720

Оставить сообщение: