Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.7 103.25

5 октябрь уҡытыусылар көнө

5 октябрь – уҡытыусылар көнө

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ !

“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.

Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы.

Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!

1025

Оставить сообщение: