Һәр халыҡтың үҙенә хас
Бар милли һыҙаттары,
Бар уларҙың ғөрөф- ғәҙәт,
Милли аш, мираҫтары.
Милли мираҫ иң тәүенән
Кейемдәргә төрөнгән,
Һәр милләткә лә тәғәйен
Кейеме бар кейенгән.
Милли кейем – халыҡтарҙың
Рухи билдәләнеше,
Боронғоноң һәм хәҙерҙең
Өҙөлмәҫ бәйләнеше.
Милли кейемдәребеҙгә
Бысраҡтар яғылмаһын,
Һаҡланһын да, яҡланһын да,
Хаҡһыҙҙар ҡағылмаһын.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә - Халыҡ сәсәне.
572