Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 97.97 101.6

Бөгөн үҙенең тыуған көнөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай билдәләй!

Бөгөн үҙенең тыуған көнөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай билдәләй!

Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта, һәм ул шул уҡ йылда «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. 1977−1981 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баш мөхәррир һәм директор була. Бер ни тиклем ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.

Халҡыбыҙ аҡһаҡалына шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ теләйбеҙ!



571

Оставить сообщение: