Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 91.67 102.04

Оло кеше - иң ҙур кеше,

Оло кеше - иң ҙур кеше,

Уға күп тә кәрәк түгел,

Бер йылы һүҙ, наҙ етә.

Бөгөн беҙ һеҙҙе зурлайбыҙ,

Һеҙҙең өсөн йырлайбыҙ, -тигән шиғри юлдар менән башланып китте Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған байрам кисәһе.

Ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләрен тәбрикләргә Әрмет ауыл советы хакимиәте башлығы Шаһиев Әнүр Әҙһәм улы килде. Шулай уҡ байрам кисәһендә быйыл үҙҙәренең 70, 80 йәшлек матур юбилейҙарын ҡаршылаусы юбилярҙарыбыҙ тәбрикләнде. Ауыл советы уларға бәләкәй генә булһа ла бүләктәр тапшырҙы.

Байрам тамашаһын үҙҙәренең моңло тауыштары, дәртле бейеүҙәре, күңелдәрҙең нескә ҡылдарын да тибрәтерлек шиғри юлдар менән мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусы һәүәҫкәр артистарыбыҙ йәмләне.

Ә ретро көйҙәрҙе иһә баянда Шамил абый Самигуллин уйнап ишеттерҙе. Бейеү көйҙәренә теҙмә башланғас ауылдаштарҙың күбеһе түҙмәй бейергә төштө. Ҙур рәхмәт артистарыбыҙға!

Концерттан һуң береһе лә ҡайтып китмәне, байрам уңайынан ойошторолған сәй табыны артында кисә артабан дауам итте Күмәкләшеп йырлашып, бейеп, рәхәтләнеп һөйләшеп, аралашып ултырып, ысын күңелдән рәхмәттәрен әйтеп ҡайтып киттеләр ауылыбыҙҙың өлкән быуын кешеләре.

Ҙур рәхмәт һеҙҙең үҙегеҙгә!

Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,

Һәр көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.

Йәшәү йәме, донъя именлеге

Юлдаш булһын һеҙгә ҡартлыҡта.

Һеҙҙе тағы бер тапҡыр ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ!!! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!



1109

Оставить сообщение: