Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 91.67 102.04

Ишәй мәҙәниәт йортоноң Хазина башҡорт фольклор коллективын үҙем Ишембайҙан булғанлыҡтан

Ишәй мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт фольклор коллективын үҙем Ишембайҙан булғанлыҡтан, ошо яҡта эшләгәнгә яҡшы беләм.

Район, республика сараларында ла өҙлөкһөҙ ҡатнашыусы коллективтың үҙенә хас ҡото бар, ә бәҫен тағы ла арттырғаны - оло йәштәге апай-ағайҙарыбыҙ.

Бөгөн, Халыҡ-ара ололар көнөндә, әҙәп-әхлаҡ өлгөһө, милли мәҙәниәткә ғашиҡ, ошо коллективтың ихлас ижадсыһы Фәйзелғаян Шәрифрахман улы Ғималетдинов тураһында еткергем килде.

Әгәр яҡындан танышмаһаң, уның ишле ғаиләлә тыуған һуғыш осоро балаһы булыуын, БДМУ бөткән табип икәнен, бергилке Петровск дауаханаһында терапевт, аҙаҡ элекке Ишембай райкомы Эске эштәр бүлеге лейтенанты булып эшләүен белмәҫкә лә мөмкин. Аҡһаҡалдың тормошонда Урта Азия менән бәйле биттәр ҙә бар.

Фәйзелғаян Шәрифрахман улы күптән хаҡлы ялда, бөгөн беҙ уны район, республика мәҙәни сараларының үҙәгендә, төрлө ярыш-бәйгеләрҙә күрәбеҙ һәм йәшәү дәртенә таң ҡалып та ҡуябыҙ.

Шағир, һүҙ оҫтаһы, китаптар авторы булыуы менән дә, йыр-моңға, бейеүгә маһирлыҡ һәм тормоштан йәм таба белеүе менән дә аҡһаҡалыбыҙ йәштәргә күп яҡлап өлгө.

Халыҡ-ара ололар көнөндә беҙҙең күңелдәрҙе йәмләп йәшәгән аҡһаҡалға, һәм барлыҡ оло быуын вәкилдәренә бар күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, яҡындар иғтибарында йәшәүҙәрен теләйем.

Ҡартлыҡ һәр кемгә лә килә. Беҙгә лә матур йәшкә етергә, улар фатихаһында йәшәргә, тыуған еребеҙгә һәм илебеҙгә хеҙмәт итергә яҙһын. Байрам ҡотло булһын!

1175

Оставить сообщение: