Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 102.34 106.54

#Ололаркөнө



Заманында үҙе ике бригадтан торған колхоз булған Аҙнай ауылы колхозсылары, 1952-се йылда "Урал" колхозына ҡушылып,СССР тарҡалғансы "Ҡыҙыл Урал " колхозының алдынғы бригадаһы була...

"Ололарҙы ололау яҡшылыҡтың билдәһе,кеселәрҙе кеселәү кешелектең билдәһе " тигән матур сара ойоштороп,ошо колхоздың ысын колхозсылары булған ауылдаштарыбыҙға хөрмәт күрһәттек бөгөн.

Колхозда көтөү көткән,һыйыр һауған,баҫыуҙарҙа игенен,сөгөлдөрөн үҫтергән,ырҙын табағында,тирмәндә алһыҙ- ялһыҙ эшләгән инәй -бабайҙарыбыҙ,апай -ағайҙарыбыҙ,бала көйө генә ошо колхозда эшләп быуын нығытып,ҡалаға китеп төрлө эштәрҙә эшләп,тыуған ауылыбыҙға ҡайтып төпләнгән оло быуын вәкилдәре барыһы ла сараға саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп,дәртләнеп,хатта бер аҙ йәшәргәндәй булып килеп еттеләр.

Байрам табынын ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Айһылыу Наил ҡыҙы рәхмәт һүҙҙәре менән асып ебәрҙе!

Өҫтәлгә әҙерләнгән итле аш,емеш- еләк ауыл хакимиәтенән булһа,сәйгә тәмлекәстәрҙе ауылдаштар үҙҙәре бешереп килтергәндәр.

Ә ауылыбыҙҙың иң әүҙем спонсоры Сәүиә Әхтәм ҡыҙы был юлы ла ситтә ҡалманы, һәр береһенә берәр пачка сәй тараттырҙы.

Әхмәҙғәли ағай һәр ваҡыттағыса ҡөръән аяттарын уҡып мәрхүм -мәрхүмәләребеҙгә бағышлаһа,

илебеҙгә именлек,еребеҙгә тыныслыҡ,иҫәндәргә һаулыҡлы оҙон ғүмерҙәр теләп,күмәкләп доғалар ҡылдыҡ...

Ололар өсөн әҙерләнгән табын йыр- моң менән бәйләнеп,күңелле хәтирәләр менән дауам итте!

1646

Оставить сообщение: