Этҡол ауылы мәсетендә Мәүлид кисәһе уҙҙы. Мәүлид көнө - рабиғел әүүәл айының ун икенсе көнө. Ул көндө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салЛаһу ғаләйһис сәләм тыуған.
Изге Мәүлид мәжлесендә Өфөнән килгән оло ҡунаҡ, " Ислам нуры" телевизион тапшырыуы алып барыусыһы Нурмөхәмәт хәҙрәт Нуриев та ҡатнашты. Уның Ислам дине тәғлимәттәре, йолалары тураһындағы вәғәздәре һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Шулай уҡ күптәр үҙҙәрен борсоған һорауға ла яуап ала алды. Йома намаҙын башҡарғандан һуң Пәйғәмбәргә салауат әйттеләр, мөнәжәттәр уҡылды.Сөнки Мәүлид кисәһендә доғалар уҡыу, тыңлау, салауаттар әйтеү, хәйер - доғалар өләшеү Раббыбыҙ һәм уның рәсүленә ҡарата ихласлығыбыҙҙы күрһәтә, иманыбыҙҙы нығыта.
" Бөгөнгө сара юғары кимәлдә ойошторолғайны. Һеҙҙең менән осрашыуҙан сафланып, рухланып, ял итеп ҡайттым. Үҙемде ҡан ҡәрҙәштәремдә ҡунаҡта булған һымаҡ хис иттем. Аллаһы тәғәлә үҙе риза булһын. Эштәрегеҙҙә именлек, уңыштар",- тигән теләктәрен еткерҙе Нурмөхәмәт хәҙрәт.

1513