Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.71 103.47

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға 93 йәш булыр ине

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға 93 йәш булыр ине...

Ишембайҙар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме, ижады менән хаҡлы ғорурланалар. Бөгөн, уның тыуған көнөндә, әҙиптең етмеш йыллыҡ бай емешле ижад ғүмерен барлайбыҙ һәм һоҡланабыҙ: 9 роман , 28 повесть, 50-нән ашыу хикәйә авторы беҙҙең яҡташыбыҙ! Шуныһы ҡыуаныслы - иҫән сағында бөтә яҙғандарын туплап, 20 томлыҡ хеҙмәтен архивҡа тапшырып өлгөрә.

Һәр яҙылған әҫәре күтәрелгән проблемалары, ваҡиғалар үҫеше, тел байлығы менән әсир итә, сөнки ул яҙылған әҫәрҙәренә үтә талапсан, үтә яуаплы ҡарай, аҫыл ташты шымартҡан кеүек, киренән ҡайтып эшләй.

Ноғман Мусин китаптары беҙҙең китапханала иң уҡымлы, иң күп һоралған китаптар булып ҡала. Яҙыусы өсөн был иң юғары күрһәткес, халыҡ таныуы, халыҡ һөйөүе.

Китапхана хеҙмәткәре.

?Фәүзиә Аҡҡолова.

Ноғман Мусинға.

Шешәнәктең тәмле һыуын эскән,

Ижад шишмәһенән моң алған.

Яҡташыбыҙ- халыҡ яҙыусыһы,

Ноғман атлы- әҙип уҙаман...

#ИшимбайскийрайонРБ/НоғманМусин

376

Оставить сообщение: