Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.71 103.47

8июль Ғәилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө!

8июль – Ғәилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө!

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән! Бәхетле ғаилә тигән һүҙгә күпме мәғәнә һалынған! Атай-әсәйҙәрҙең, туғандарҙың иҫән-һау булыуы, һайлаған йәрең менән менән тигеҙ, татыу ғүмер итеү, балаларҙың көндәлек сыр-сыуҙарына ҡыуаныу! Эштән арып-талып киткәндә лә, сырхап алғанда ла яҡын кешеләреңдең бер йылы һүҙе йәшәүгә көс-дәрт уята! Бер ниндәй дәрәжә лә ғаилә наҙын, йылылығын алмаштыра алмай! Ғаиләләребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, тормош көтөү ул үҙенә күрә хеҙмәт тә, бер-беребеҙҙе бәхетле итеү өсөн тырышайыҡ, күңелдәрҙе ҡырмай, йылы һүҙҙәр әйтеп, матур итеп йәшәйек! Ғаиләләребеҙ имен, ырыҫлы, ҡотло, бәрәкәтле булһын! Бәхетле ғаиләлә бәхетле киләсәк үҫә

384

Оставить сообщение: