Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.71 103.47

1-се июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алдында Һаумы, йәмле йәй!

1-се июнь –Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алдында “Һаумы, йәмле йәй!” тигән балалар һабантуйы утте. Иртәнән кискә саҡлы һабантуй яланы күнелле музыканан, балалар тауышынан гөрләп торҙо.

Сара театраллаштырылган тамашананан башланып китте. Үҙешмәкәр артистар “Иң кәҙерле аҡса” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе.

Ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән бүләкләнде.

Балалар ат сабыштырыу, ток кейеп йөгөрөү, ҡалаҡҡа йоморҡа һалып йөгөрөү, көйәнтәләп һыу ташыу, ток менән бәрешеү, күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡыу, арҡан тартышыу уйындарында үҙ көҫтәрен һынаны. Улар менән бергә әсәйҙәре, өләсәйҙәре лә ярышты. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.

Шулай уҡ был көндө йәрминкә лә ойошторҙоҡ. Альфира, Рәйлә, Тәнзилә апайҙары бешерелгән ҡамыр аштары, Айгөл апайҙары косметика, кухня кәрәк-яраҡтары һатты.

Раушания апайҙары балаларға тарынан тәмле итеп бутҡа бешереп һыйланы.

Ошо матур байрамды ойошторорға финанс яғынан ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.



521

Оставить сообщение: