Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.71 103.47

Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе, беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау. Яҙҙың иң матур

Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе, беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәптәребеҙ үҙҙәренең ҡарлуғастарын – уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осора.

Бөгөн Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге Түбәнге Әрмет мәктәбендә лә туғыҙынсы синыфтар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сыгарылыш синыф уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, килгән ҡунаҡтарҙы "һуңғы ҡыңғырау" байрамы менән ҡотланы һәм ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балаларға рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.

Хөрмәтле сығарылыш синыф уҡыусылары!

Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын! Юлдарығыҙ йәйғор нурындағы төрлө-төрлө аллы-гөллө нурҙар менән яҡтыртылһын! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙегеҙгә кәрәкле булған юғары уҡыу йорттары студенттары булыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса баҫығыҙ. Алдығыҙға маҡсат ҡуя белегеҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, тәүфиҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!

Аҡ юл һеҙгә!



478

Оставить сообщение: