Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.71 103.47

#Еңеүкөнө

#Еңеүкөнө

-79йыл

ЕҢЕҮ!

Ҡояш балҡый бер битендә

Бер битендә моңһоу ай һаман,

Бер кузендэн шатлыҡ нуры һибелә,

Бер кузендэн һаман йәш тама...

9 май- иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы,Илһөйәрлек,Ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө...

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған байрам тантанаһында"Карлугас" балалар баҡсаһы, Яҡуп Ҡолмой исемендәге Ҡанаҡай дөйөм белем биреү мәктәбе, ауылыбыҙҙың активистары, үҙешмәкәр артистары сығыш яһанылар,байрам менән ҡотланылар.

...Әйҙәгеҙ Бер Минутҡа тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яланында ятып ҡалған атай- олатайҙарыбыҙҙы.... һыуыҡ окоптарза бар һаулығын юғалтып , яу яраларынан, ауырыуҙарҙан бөгөнгө көндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған Һуғыш ВЕТЕРАНДАРЫН хәтергә алып тын ҡалайыҡ!

Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән тыл эшсэндэре:ҡарт-ҡоро,ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр һуғыш яландарына,ә һеҙ ауыл-ҡалаларҙа Еңеү яуланығыҙ !

Донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын!

471

Оставить сообщение: