Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.41 103.19

Ауылыбыҙҙа халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу

Ауылыбыҙҙа халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу, ямғыр һорап доғалар ҡылыу маҡсатында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо.

Байрамда ҡатнашыусылар уйындар уйнап, йырлап-бейеп, төрлө изге теләктәр теләп, күңел асты.

Сара һуңында ҡоштар һыйлау йолаһы үткәрелде. Йыйылыусылар: “Ала ҡарға ашаһын, ала ҡарға ашамаһа, ҡара ҡарға ашаһын”, тип һамаҡлап, ҡалған бутҡаны ағас төптәренә һалып сыҡты, муллыҡ һәм именлек, һорап изге теләк әйтте.

“Ҡарға бутҡаһы” байрамына килеүселәр яҡты өмөттәр менән таралышты. Һәр кемдең матур теләге ҡабул булһын, сәскән игендәр мул уңыш бирһен, донъялар тынысланһын!

491

Оставить сообщение: