Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.92 103.22

Ҡәҙерле дуҫтар!

Ҡәҙерле дуҫтар!

27 март – Бөтә донъя театр көнө. Беҙҙең дәртле халҡыбыҙ – һәр яҡлап талантлы, театр сәнғәтен дә үҙ күрә, спектаклдәрҙе яратып ҡарай. Һөнәри байрам көнө уңайынан республикабыҙҙың төрлө тарафтарында гөрләтеп ижад итеп килгән 27 халыҡ театры араһында “Халыҡ таланттары” тигән конкурс иғлан итәбеҙ. Коллективтар менән уларҙың етәкселәре аша таныштырабыҙ.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65f857112d7b..

Дуҫтар, еңеүсене билдәләү һеҙгә тапшырыла. Бының өсөн:

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә яҙылырға;

ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;

гәзитебеҙҙең Телеграмдағы каналына яҙылырға: https://t.me/bash_news102 һәм лайыҡлы тип тапҡан ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә генә кәрәк.

Конкурс 26 мартҡа ҡәҙәр дауам итә. 26 мартта, киске сәғәт 9-ҙа, иң күп тауыш йыйған өс халыҡ театры етәксеһе билдәләнә. Улар һәм үҙҙәре етәкселек иткән халыҡ театрҙары хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрә, еңеүселәр “Башҡортостан” гәзитенең дипломы менән бүләкләнә.

ИҒТИБАР! Еңеүсене билдәләгәндә бары тик төркөмдә ҡатнашыусыларҙың (https://vk.com/gazetabashkortostan) тауышы иҫәпкә алына!

538

Оставить сообщение: