Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.92 103.22

16-сы март көнө Ишембай ҡалаһы Ленин исемендәге майҙанда район һәм ҡала халҡы ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау сараһы Масленица байрамына йыйылды

16-сы март көнө Ишембай ҡалаһы Ленин исемендәге майҙанда район һәм ҡала халҡы ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау сараһы “Масленица” байрамына йыйылды.

Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто ла был сарала әүҙем ҡатнашты. Өҫтәлдәребеҙ төрлө ҡоймаҡтарҙан, ҡамыр ризыҡтарынан һығылып тора ине. Ауылдаш апайҙарыбыҙ,

ҡоймаҡ оҫталары - Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы Моратшина, Асия Әхсән ҡыҙы Сәлимова, Зәйнәп Солтан ҡыҙы Ғибәҙуллина, Рима Хөснөтдин ҡыҙы Фәтҡуллина, Минзилә Йәғәфәр ҡыҙы Фирсова, Рәбиға Яҡуп ҡыҙы Шәфиева, Рәйлә Әхмәт ҡыҙы Хәйруллина, Ләйлә Бәхтегәрәй ҡыҙы Ноғоманова, Наилә Дәриғәт ҡыҙы Ноғоманова, Рәмилә Сәғиҙулла ҡыҙы Ғәбиҙуллина апалар 22 төрлө тәмле ҡоймаҡтар бешереп ебәрҙеләр. Алфира Рауил ҡыҙы Хисамова бешергән бәлеш,гөбәдиә, төрлө пирожкиҙар, Фатима Шәмсетдин ҡыҙы Хәсәнова бешергән бауырсаҡтар өҫтәлебеҙҙе тағы ла күркәм итте.Ҡулығыҙҙан һөйөнөп йәшәгеҙ, апайҙарыбыҙ!!!

Шулай уҡ самауыр ҡайнатып,сәй яһап өлгөртөп торған егеттәребеҙ Рим Радик улы Ғиззәтуллинға, Айгиз Гаяз улы Шәфиевка, өҫтәл әҙерләшеп, һатыуҙа ярҙам итеп торған апайҙарыбыҙ Рабиға Якуп ҡыҙы Шәфиевага, Фатима Шәмсетдин ҡыҙы Хәсәноваға ҙур рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ!!!

Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, 1- се урын алып, диплом һәм кыйбатлы бүләк алып ҡайттыҡ. Шулай уҡ тырыш апайҙарыбыҙ төрлө номинацияларға лайыҡ булып, диплом һәм бүләктәр менән менән бүләкләнделәр.

Ҙур рәхмәт апайҙарға һәм байрамды ойоштороусыларға!!!



482

Оставить сообщение: