Ауыл клубында урынлашҡан һайлау участкаһы үҙ эшен иртәнге етелә башлап ебәрҙе,ауылдаштар байрамса кейенеп,байрам кәйефе менән клубҡа ағылды...
Ауыл халҡының әүҙемлеге, ихласлығы,берҙәмлеге бөгөнгө һайлауҙарҙа тағы бер сағылды.
Иң йәш һайлаусы ла,иң өлкәне лә үҙ тауышын биреп,гражданлыҡ бурысын үтәнеләр!
Комиссия ағзалары һәр бер һайлаусыны һайлау үҙәгендә лә,өйҙәренә барып та тыныс ҡына һайлатып үҙ эштәрен башҡарҙылар.
1742