Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.92 103.22

#Башҡортғаиләһекөнө

#Башҡортғаиләһекөнө

1 март- Башҡорт ғаиләһе көнө. Бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Башҡорттар борон-борондан ғаилә йолаларын хөрмәт итә, етенсе быуынға тиклем нәҫелен белергә тырыша. Ғаилә ҡороу, ырыуҙы дауам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау – төп йәшәү мәғәнәһе. Был ҡиммәттәрҙе балаларында ла тәрбиәләгәндәр. Әле лә беҙҙә башҡорт рухлы ғаиләләр бихисап. Әсәйҙән-наҙ, матурлыҡ, атайҙан- көс, батырлыҡ, олатай-өләсәйҙән- аҡыл, сабырлыҡ...Ҙур, татыу ғаиләлә ошолай бар яҡлап теүәл тәрбиә алып, бөтөн күнелле булып үҫә башҡорт балаһы.

Һайран мәҙәниәт йорто менән берлектә "Матур ғаилә-ил ҡото" исемле кисәгә йыйылдыҡ. Был кисәгә балалары менән йәш ғаиләләр һәм оло ағинәйҙәрҙә килгәйне. Йәш килендәр "Ғаилә төҙөлөшө", "Башҡорт исемдәре", "Йолалар", "Мәҡәлде дауам ит" уйындарында ҡатнашты, ә өләсәйҙәр инде мөнәжәт әйтеп, сәңгелдәк йырын йырлап күрһәтте, бала һамаҡлап һөйөргә өйрәтте, ете быуынын һөйләп үтте.

Балалар ҙа уйындан ситтә ҡалманы. "Милли кейем" уйынында ҡатнашып, бейеп тә алдылар.

Кисәнең һуңында башҡорттоң милли ризыҡтары: ҡоймаҡ , ҡыҫтыбый, бауырһаҡ, бәлеш һ.б тәмлекәстәр менән сәйҙәр эсеп таралыштык.

663

Оставить сообщение: