Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.92 103.22

Ишембайҙар һынатманы!

Ишембайҙар һынатманы!

29 февраль Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында Зәки Мәхмүтов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларының республика конкурсы үтте. Бәйгене Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров етәкселегендәге абруйлы сәхнә оҫталары баһаланы. Дәүләкән, Өфө, Стәрлетамаҡ, Илеш, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарынан йыйылған халыҡ йырын башҡарыусылар араһында беҙҙең район вәкилдәре ҙур уңыштарға өлгәште:

Ишембай районы Уразбай ауылынан Зөлфиә Вәлиева 35 йәштән оло башҡарыусылар араһында I дәрәжә диплом,

Айбулат Ишморатов 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында I дәрәжә диплом,

Фәнил Кинйәғолов 35 йәштән өлкәндәр араһында III дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар.

Ҡотлайбыҙ!



629

Оставить сообщение: