Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.58 103.38

23-се февраль көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кисә үтте

23-се февраль көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кисә үтте.

Кисә ир-егеттәребеҙҙе байрам менән ҡотлауҙан, концерт номерҙары менән башланып китте. Артабан ир-егеттәр төрлө конкурстарҙа: противогаз кейеп мясорубка һүтеп йыйыу, картуф әрсеү, турау, силғау урау, бәбәй төрөү, дартс уйындарында, бейеүҙә ярышты. Егеттәрҙең барыһы ла ихлас, сәмләнеп ярышты. Береһенә лә очколарҙы кәметеп ҡуяһы килмәне, дуҫлыҡ еңде.

Егеттәрҙе тағы ла ихлас күнелдән байрам менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.



879

Оставить сообщение: