Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.58 103.38

#Ватандыһаҡлаусыларкөнө

#Ватандыһаҡлаусыларкөнө

23 февраль илебеҙ тормошонда мөһим көн булып тора. Был – ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ байрамы. Беҙ илебеҙҙе ҡасандыр яҡлаған һәм бөгөн яҡлаусыларҙың һәр береһен ихтирам итәбеҙ, ветерандар алдында баш эйәбеҙ. Һайран ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан, асыҡ һауала төрлө йәштәге ир-егеттәр араһында ярыш уйындары үткәрелде. Арҡан тартышыу, саңғыла уҙышыу, ҡорал йыйыу, уҡтан атыу, сана һөйрәп уҙышыу һ.б. уйындар бик ҡыҙыҡ һәм сәмле үтте. Ҡатнашыусыларҙың барыһыла самауыр сәйе менән һыйланып, ауылыбыҙҙың уңған апайҙары, һылыуҙары әҙерләгән тәмлекәстәрҙән ауыҙ иттеләр. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм хөрмәтле ир - егеттәребеҙҙе 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!

756

Оставить сообщение: