Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.58 103.38

22-се февраль көндө Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында яҡташ яугирҙәргә һәм яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған Мәрхәмәтлек фонды старт алды

22-се февраль көндө Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында яҡташ яугирҙәргә һәм яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған Мәрхәмәтлек фонды старт алды.

Ошо уңайҙан Ҡала мәҙәниәт һарайында хәйриә концерты булды. Фойела төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Был сарала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты.

Күргәҙмәгә Түбәнге Әрмет “Нур” мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар әҙерлэгэн окоп шәмдәрен, Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары әҙерлэгән йылы ойоҡбаштар алып барҙыҡ.

Мәрхәмәтлелек акцияһында ҡатнашҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Тиҙерәк һугыштар туктап, яугирҙәребеҙнең тыуған яҡтарына исән –һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!



729

Оставить сообщение: