Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.58 103.38

ЯҠУП ШӘРИПОВ ТЫУҒАН ЯҒЫНА СПЕКТАКЛЬ МЕНӘН БАРА

ЯҠУП ШӘРИПОВ ТЫУҒАН ЯҒЫНА СПЕКТАКЛЬ МЕНӘН БАРА

Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов 70-йәшлек юбилейы айҡанлы үҙенең тыуған яғына Ф.Бүләковтың "Алға, Баламишкиин!" (12+) музыкаль комедияһы менән юл тотасаҡ. Ҡуйыусы режиссеры - Рафаэль Ғәйнуллин.



2 МАРТ / 19.00 - Ишембай районы Этҡол ауылы ;

13 МАРТ / 19.00 - Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт йорто

Төп роль Хәмзәне тамашасыларҙың һөйөүен күптән яулап өлгөргән юбиляр үҙе уйнай:

- Был ролде уйнау миңә икеләтә мәртәбәле булды. Күп һуғыштарҙы үткән фронтовик атайымдың исеме лә Хәмзә. Ҡәҙерлемдең исемен сәхнәлә яңғыратыу атайым һәм тыныслыҡ өсөн сит ерҙәрҙә баштарын һалған бөтә яугирҙәр рухына ихтирам булһын.

Шулай уҡ төп ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар һәм театрыбыҙҙың йәш талантлы артистары.

Күңелле, мауыҡтырғыс шәп комедияны ҡарарға саҡырабыҙ! Яратҡан артисығыҙ, яҡташығыҙ менән тағы ла бер күрешеп, уның шәп уйнауын ҡарап һөйөнөгөҙ!

?онлайн-билеттар - https://iframeab-pre3960.intickets.ru/event/12356429

? 8-917-760-06-75, 8-996-580-53-20

✅Пушкин картаһы ғәмәлдә

654

Оставить сообщение: