Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 92.58 103.38

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле төркөмдәштәр!

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле төркөмдәштәр!

"Иң яҡшы ауыл клубы" өсөн тауыш биреү дауам итә. Конкурс 15 февральдә тамамлана. Һеҙҙең тырышлыҡ менән Ишембай районының Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто муниципаль этапта башҡа мәҙәниәт йорттары араһында иң күп тауыш йыйып республика этабына үтте.

Дуҫтар, төркөмдәштәр! Был юлы ла һеҙҙең әүҙем булырығыҙға, һеҙҙең ярҙамға ышанабыҙ. Әйҙәгеҙ әле, республика этабында ла алға сығып үҙебеҙҙең мәҙәниәт йорто тураһында ишеттерәйек. Бәлки, ишетһәләр, берәй ярҙам булыр, бәлки, ауыл халҡына йыйылырға, күңел асып алырға берәй яңы, яҡты, матур, йылы мәҙәниәт йорто төҙөлөр.

Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ !

Башҡортостандың иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто билдәләнә!

Конкурста муниципаль этапта еңеү яулаған ауыл клубтары ҡатнаша. Тауыш биреүҙең республика этабы 15 февралгә тиклем дауам итәсәк. Конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторола. Еңеүселәр «Телеүҙәк» тапшырыуы эфирында бүләкләнәсәк.

Тауыш биреү Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми телеграмм-каналында ойошторола.

ИҪКӘРМӘ: Бер кеше бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Махсус бот телеграмм-каналға өҫтәлгән һәр кешегә хәбәр ебәрә һәм тауыш биреүселәр һанын теркәп бара. Каналдан сыҡҡандарҙың тауыштары иҫәпләнмәйәсәк.

https://t.me/+M7ILuY35mcViMjUy

Комментарий өсөн Вк-лағы төркөм https://m.vk.com/wall-47563172_6468

???Уважаемые коллеги, 1 этап голосования "Лучший сельский клуб" завершилось. Во 2 этапе интернет-конкурса *наш район представляет Верхнеарметовский СДК,* который набрал максимальное количество голосов.

Просим поддержать свой Ишимбайский район??

https://t.me/+M7ILuY35mcViMjUy

➡Для голосования нужно пройти по ссылке ?? которая ведет на пост в телеграм. *Наша строчка 25.25.*

❗Важно быть подписчиком канала до конца голосования(до 15 февраля).

_П.с. На 1 этапе наш район был самым активным. Давайте не сдадим позиции??_

Оценили 0 человек

650

Оставить сообщение: