Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 80.49 90.09

Ғаиләм — ҡәлғәм, тиҙәр, халыҡта, ул йылы усаҡ. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, бала ла ата-әсәһе янында бәхетле үҫә

Ғаиләм — ҡәлғәм, тиҙәр, халыҡта, ул йылы усаҡ. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, бала ла ата-әсәһе янында бәхетле үҫә.
Уның усағын һүндермәй, йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү — һәр кемдең изге бурысы.
Матур, татыу ғаилә — ил күрке. Ул ни тиклем берҙәм булһа, йылылығы шул тиклем көслөрәк, дәүләтебеҙ ҙә ныҡлы була.

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктарендә “Матур ғаилә — ил күрке” тип аталған бик матур сара ойошторолдо. Был сарала ауылыбыҙҙың һәләтле, иң әүҙем, тырыш, уңған, тормоштан йәм, тәм табып йәшәгән, береһенән-береһе матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләгән йәш ғаиләләр ҡатнашты.
Ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырып
үттеләр, ғаиләләре тураһында һөйләнеләр. Алып барыусы биргән мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр.
Шулай уҡ улар көҙ темаһына ҡул эше, "Көйҙө таны", ""Йылы йәки һыуыҡ", "Зирәк әсәй", "Иң иғтибарлы әсәй", "Мини-боулинг" уйындарында көс һынаштылар.
Кисә бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.
Кисәлә ҡатнашҡан, Хафизовтар, Симкиндар, Замановтар, Әбсәләмовтар ғаиләларенә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!

#ГодбольшойидружнойсемьивРеспубликеБашкортостан
#ишимбайкультура #ишимбайкдц
#отделкультурыишимбайскогорайона #башкортостан #ишимбай #зеленыйишимбай #ВерхнеарметовскийСДК
#ЕдинаяРоссия
416

Оставить сообщение: