Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 91.67 102.04

Этҡол ауылының иң оло кешеһе, аҡһаҡал, тыл һәм хеҙмәт ветераны, йәмле Этҡол ауылында тыуып үҫеп ошонда уҡ ғүмер итеүсе

Этҡол ауылының иң оло кешеһе, аҡһаҡал, тыл һәм хеҙмәт ветераны, йәмле Этҡол ауылында тыуып үҫеп ошонда уҡ ғүмер итеүсе, хөрмәтле Фәхретдинов Ильяс Яҡуп улын 95 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ильяс Яҡуп улы 1928 йылдың 16-сы декабрендә Ишембай районы Этҡол ауылында Яҡуп һәм Mәстүрә Фәхретдиновтарҙың ғәиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан үк бик теремек, тырыш изге күңелле, эшһөйөүсән булып үҫә. ​

Этҡол урта мәктәбендә 5 синыфҡа тиклем белем ала. Һуғыш осоронда булған бар ауырылыҡты үҙ башынан үткәрергә тура килә.

1949 йылдың февраль айында Әрме сафтарына алына. Хеҙмәт йылдары Ҡытай Халыҡ Республикаһында уҙа. Тыуған яҡтарына ул тик 1953 йылдың ноябрь айында ҡайта һәм ҡайтыу менән төрлө эштәрҙә: игенселек, малсылыҡ өлкәһендә эш башлай.

1962 йылда Стәрлетамаҡ ҡлаһында тракторсылар курсында белем алып хаҡлы ялға сыҡҡансы механизатор булып "Ҡыҙыл Урал" колхозында эшләй,һуңынан, хаҡлы ялдан һуң да туҡтамай фермала кочегар булып хеҙмәт итә.

Ғәҙел, оло йөрәкле, эшһөйәр һәм тырыш Илъяс Яҡуп улы.

Мәҙинә Фәхретдин ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, 4 улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.

1965 йылда, хеҙмәт ҡаҙаныштары юғары баһаланып, Мәскәү ҡалаһындағы Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. Маҡтау ҡағыҙҙары, һәр 5 йыллыҡтың хеҙмәт ударнигы значогы, миҙалдар һәм Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә.

Әлеге көндә Ильяс бабай кесе улы Ришат һәм килене Алияның ҡәҙер хөрмәтендә ғүмер итә. Ильяс Яҡуп улының 18 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәһе бар!

Хөрмәтле Ильяс Яҡуп улы! Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!Һеҙгә һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

697

Оставить сообщение: