Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым-
Башҡорт ерендә.
Ата-бабам һүҙҙәр теҙгән
Ҡара ташҡа, аҡ туҙға.
Һүҙҙәр теҙәм мин дә шулай
Ҡарҙай ап-аҡ ҡағыҙға.
Күкрәгемдән моң ағыла,
Һүҙ сыға тел осонан.
Һүҙҙәремде ҡойоп ҡуйҙым
Яҡшылыҡ ҡоросонан.
Б.Бикбай Туған тел
Ерҙе кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән.
Тел – тере шишмә, үлмәгән.
Бөгөнгә еткән!
Шул тел менән
Тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә,
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда, һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙе
1080