11 декабрь - Тауҙар көнө
"Яланғастау",һинең исемеңде
Үҙгәртергә килһә ҡулымдан.
Ҡатын - ҡыҙҙар тауы тигән исем,
Булыр ине һиңә тап - таман!
Ҡышын ҡаплап яуған ап -аҡ ҡарҙан,
Һин оҡшашһың йәп -йәш кәләшкә,
Аҡ туй күдәгеңде кейгәнһеңдә,
Селтәр шәлең һалып иңеңә...
Кейәү егетеңде көтәһең!
Яҙҙар килгәс, ул күлдәгең-
Йөҙөнә тут төшкән килендәй,
Әкрен генә иреп, бала көткән
Йәш әсәләй миңә күренә...
Йәйен йәшел күлдәк кейгән һының,
Балаһына үрелгән әсәләй,
Тирә - яҡҡа, урман, ялан ҡырға,
Бар донъяға бәхет өләшә!
Кеше ғүмерендәй миҙгелдәрҙә,
Алмашына һинең һындарың.
Көҙҙәр еткәс иңдәреңә инде,
Сыбар шәл - яулығың ябаһың...
Һәр бер миҙгелдә лә матурһың һин:
Кәләш,ҡатын,әсәй —өләсәй...
Иңдәреңдә иҫке шәлең генә,
Күңелемә минең шом өҫтәй...
Яңғыҙ ҡартлыҡ килгән әбейҙәргә,
Оҡшатамда китәм бойоғоп...
Яуыр әле ҡарҙар!Иҫке шәлең,
Алмаштырып, ябыр мамығын!
Урман шаулай,күгәрептә китә,
Буран сыға,һине ҡар ҡаплай.
Һәм һин тағы тауым, Йылдағыса,
ҡыштағыса,йәп- йәш ҡыҙыҡай!(кәләшкәй)
Рәйфә ИМАНҒОЛОВА.
Аҙнай ауылы.
https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-6/2022-12-..
"Яланғастау",һинең исемеңде
Үҙгәртергә килһә ҡулымдан.
Ҡатын - ҡыҙҙар тауы тигән исем,
Булыр ине һиңә тап - таман!
Ҡышын ҡаплап яуған ап -аҡ ҡарҙан,
Һин оҡшашһың йәп -йәш кәләшкә,
Аҡ туй күдәгеңде кейгәнһеңдә,
Селтәр шәлең һалып иңеңә...
Кейәү егетеңде көтәһең!
Яҙҙар килгәс, ул күлдәгең-
Йөҙөнә тут төшкән килендәй,
Әкрен генә иреп, бала көткән
Йәш әсәләй миңә күренә...
Йәйен йәшел күлдәк кейгән һының,
Балаһына үрелгән әсәләй,
Тирә - яҡҡа, урман, ялан ҡырға,
Бар донъяға бәхет өләшә!
Кеше ғүмерендәй миҙгелдәрҙә,
Алмашына һинең һындарың.
Көҙҙәр еткәс иңдәреңә инде,
Сыбар шәл - яулығың ябаһың...
Һәр бер миҙгелдә лә матурһың һин:
Кәләш,ҡатын,әсәй —өләсәй...
Иңдәреңдә иҫке шәлең генә,
Күңелемә минең шом өҫтәй...
Яңғыҙ ҡартлыҡ килгән әбейҙәргә,
Оҡшатамда китәм бойоғоп...
Яуыр әле ҡарҙар!Иҫке шәлең,
Алмаштырып, ябыр мамығын!
Урман шаулай,күгәрептә китә,
Буран сыға,һине ҡар ҡаплай.
Һәм һин тағы тауым, Йылдағыса,
ҡыштағыса,йәп- йәш ҡыҙыҡай!(кәләшкәй)
Рәйфә ИМАНҒОЛОВА.
Аҙнай ауылы.
https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-6/2022-12-..
1395