Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 91.67 102.04

Уразбай ауылында йәшәүселәр иғтибарына!

Уразбай ауылында йәшәүселәр иғтибарына!

2023 йылдың 15 декабрендә 15-00 сәғәттә Ишембай районы Уразбай ауылы, Октябрь урамы, 17се йорт, клубта урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса йыйылыш була.

Көн тәртибендә:

1.Башҡортостан Республикаһы урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында мәғлүмәт.

2.Башкортостан Республикаһы бюджетынан ярҙамға дәғүә итеү маҡсатында конкурста ҡатнашыуға ауыл өсөн көнүҙәк проблеманы билдәләү.

3.Был проблеманы хәл итеү өсөн муниципаль бюджеттан тыш ауылдаштар үҙҙәре индерергә тейешле сумманы асыҡлау.

4.Проектты әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыуҙы контролләү өсөн ауылда йәшәүселәр араһынан инициативалы төркөм һайлау.

Барығыҙҙың да әүҙем ҡатнашыуын һорайбыҙ!

Этҡол ауыл Советы хакимиәте.

756

Оставить сообщение: