3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө
Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе нисек ауыр икәнен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер.
Шулай ҙа улар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырыша.
1992 йылда БМО үҙенең резолюцияһы менән 3 декабрҙе Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип иғлан итте. Был байрамдың барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә «Уңайлы мөхит» программаһы эшләй башлай, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибарлы, ярҙамсыл булырға кәрәклеген дә белдерә.
2-се декабрь көнө Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан 1- се төркөм инвалидтары Әбсәләмова Йәмилә Насир ҡыҙына, Кәримова Миңһылыу Ғүмәр ҡыҙына, 2-се төркөм инвалиды Хафизова Сәғиҙә Хәлим ҡыҙына барып, хәлдәрен белешеп күстәнәстәр тапшырҙы.

1214