Һәр хужабикә үҙ йортон, ишек алдын, баҡсаһын, матурларға һәм йәмләргә тырыша. Һәм бының өсөн иң ҡулайлы ысул- төрлө сортлы гөлдәр һәм сәскәләр үҫтереү. Был осраҡта гөл һауыттарының да ыҡсым һәм матур булыуы мөһим.
Ишәй ауылы китапханаһында кәрзин үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Китапханасы эш барышы менән яҡындан таныштырҙы.
Оҫталыҡ дәресендә ҡыҙҙар, апайҙар был үҙенсәлекле һөнәрҙең нескәлектәренә төшөндө.
Эйе, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, теләк булғанда бына шундай һоҡланғыс әйберҙәр килеп сыға.
Икенсе аҙнала тағы бергәләп йыйылышып башлаған эштәребеҙҙе аҙағына еткереп ҡуйырға һөйләштек.
1284