31-се май көнө–Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алдында “Һаумы, йәйге каникулдар!” тигән балалар һабантуйы утте. Иртәнән кискә саҡлы һабантуй яланы күнелле музыканан, балалар тауышынан гөрләп торҙо.
Сара театраллаштырылган тамашананан башланып китте. Үҙешмәкәр артистар Шүрәле һәм Хужа Насретдин рольдәрен оҫта итеп башкарҙы.
Хужа Насретдин биргән викторина һорауҙарына балалар ихлас яуап бирҙе.
Ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән бүләкләнде.
Балалар тоннель аша үтеү, ат сабыштырыу, ток кейеп йөгөрөү, көйәнтәләп һыу ташыу, ток менән бәрешеү, күҙ бәйләп горшок ватыу, күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡыу, арҡан тартышыу уйындарында үҙ көҫтәрен һынаны. Улар менән бергә әсәйҙәре, өләсәйҙәре лә ярышты. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.
Шулай уҡ был көндө йәрминкә лә ойошторҙоҡ. Альфира апайҙары бешерелгән ҡамыр аштары, Айгөл апайҙары косметика, кухня кәрәк-яраҡтары һатты, Альбина апайҙары буҙа менән һатыу итте.
Рәзилә Исмәгил ҡыҙы ауылдаштарҙы тарынан тәмле итеп бутҡа бешереп һыйланы.
Ошо матур байрамды ойошторорға финанс яғынан ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
#МеждународныйДеньЗащитыДетей
#ДетскийСабантуй
#ИшимбайКультура
#ИшимбайКДЦ

303