Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына арналған «Ауылымдың айлы кистәре» тигән байрам концерты үтте.
Кисә театраллаштырылған тамашанан башланып китте. Ауыл үҙешмәкәр артистары әҙерләгән йырҙар, бейеүҙәр,нәфис һүҙҙәрҙе халыҡ ихлас күңелдән ҡараны.
Концертта ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан Хәлиуллин Ринат Хөснөтдин улының гармунда өҙҙөрөп уйнауы, йырлауы, Зәйнәгәбдинова Зилә апайҙың моңло тауышы, Ишембай ҡалаһы “Алтынай” өлгөлө бейеү коллективы бейеүселәре Хәсәнова Алһыуҙың өҙҙөрә баҫып татар ҡыҙҙары , Ишмөхәмәтова Раяна башҡарыуында “Урал батыр” бейеүе халыҡ күңеленә хуш килде. Тамаша залын тултырып килгән халыҡ, артистарҙы алҡыштарға күмде.
Байрам кисәһендә ҡатнашкан артистарыбыҙға , залды тултырып килгән тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Барығыҙға ла сәләмәтлек, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. (Дауамы)
#ПраздникВесныИТруда
#Концерт
#ВерхнеарметовскийСДК
#ИшимбайКультура
#ИшимбайКДЦ

815