“Башҡорт кейеме көнө” беҙҙең муниципаль районыбыҙҙа ҙур күтәренкелек менән билдәләнә. Ишембайҙар милли биҙәктәрҙе яраталар. Ҡлабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө биҙәүес – түшелдерек, һаҡал, таҡыя оҫталары ла күп. Уларҙың сағыу биҙәктәре балаларҙы ла үҙенә тарта. Милли биҙәк легендаһын, трихын һөйләп, ҡул эштәренә өйрәтеү, уларҙы ошондай байрам көндәрендә ҡулланыуға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнаша. Улар балаларҙы әҙерләй, матур йырҙар өйрәнелә, шиғырҙар һөйләү бәйгеләре үтә, иң матур биҙәккә һүрәттәр төшөрөү, буяу эшенә бәләкәйҙәр ҙә ҡушыла.
Быйыл милли кейем көнөн беҙҙең Мәғариф идаралығында ла билдәләп китергә булдыҡ. Китапханалар буйынса методисыбыҙ Гончарова Лариса Ивановна милли китаптар бүлегендә халҡыбыҙҙың йолалары, йырҙары, кейем, биҙәүестәре тураһында матур китаптарҙы туплай. Улар менән мәктәптәргә ярҙам итә. Башҡорт баҫмаларынан алынған материалдар ҙа байрамды үткәреүгә булышлыҡ итә. Бына “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышлығында ғына ла күпме башҡорт милли кейеме оҫталары төшөрөлгән. Уларҙың һәр береһе тураһында класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, балаларҙы милли биҙәктәргә ылыҡтырырға мөмкин.Милли кейем көнөндә Методик үҙәк етәксеһе Халикова Наилә Зиннур ҡыҙы милли төҫтәрҙең бала күңеленә тәрән йоғонтоһон билдәләп, үҙе лә йәшел төҫтә милли кейем кейеп, байрамды биҙәй. Ә минең, башҡорт теле уҡытыусылары методисының, ысын милли түшелдерегем барыһына ла оҡшаны, ул, ысынлап та, байрам төҫө индерҙе. Барығыҙҙы ла ошондай матур көн менән тәбрик итәбеҙ!.

418