Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 84.28 92.99

Көн әйтәлер-мин оҙон!

Көн әйтәлер-мин оҙон!
Төн әйтәлер-мин оҙон!
Күктә ҡояш көлөп тора-
Икебеҙ ҙә бер бөгөн!
Көн-ҡояшҡа ауыша,
Төн ауыша-айына.
Көн дә,төн дә әйтә:”Әйе,
Икебеҙ ҙә бер бөгөн.”
Көн менән төн тигеҙләшкән,
Яҙ килеп еткән икән.
Яз килеп еткән дә икән,
Һәм хәбәр иткән икән:
Бәрәкәтле булһын яҙҙар,
Наурыз мөбәрәкбад!
Наурыз мөбәрәкбад!

Көн төндө ҡыуып еткән ваҡытында беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Яҙҙы- Наурызды ҡаршылағандар. Кешеләр матур теләктәрен уға әйтеп ҡалырға тырышҡандар. Был көндө малайҙар, ҡыҙҙар өйҙән өйгә йөрөп, хужаларға таҡмаҡтар әйткәндәр, байрам менән ҡотлағандар, теләк теләп, һый-хөрмәт йыйып йөрөгәндәр.
22 март көнө Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто эргаһендә ауылдаштар менән «Наурыз байрамы» үткәрҙек.
Йыр-бейеү, уйын-көлкө, һынамыштар, йомаҡтар әйтешеү, байрам хужаһы – Наурызбикәнең килеүе - былар барыһы ла байрамға йәм өҫтәне. Ҡатнашыусыларға бигерәк тә “Ҡоймаҡтар” уйын-йыры, ярыштар оҡшаны.
Байрам һуңында теләктәр теләп, байрам бутҡаһынан ауыҙ иттек.


#НаурузБайрам
#ВсейСемьей
#ИшимбайКультура
#ҮргеӘрметмәҙәниәтйорто#ВерхнеарметовскийСДК.
548

Оставить сообщение: