Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 91.67 102.04

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған Һәр уҡытыусы маҡтауға лайыҡ тигән кисә үтте

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Һәр уҡытыусы маҡтауға лайыҡ” тигән кисә үтте.

Кисәгә Түбәнге Әрмет урта мәтәбендә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар: Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбсәләмова Гөлшат Ғаззалый ҡыҙы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байбулдина Наилә Минебай ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Моратшина Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы, биология һәм химия уҡытыусыһы Узбәкова Рабиға Әнүрбәк ҡыҙы, оҙаҡ йылдар Үрге Әрмет башланғыс мәктәбен етәкләгән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Латыпов Флүзә Мортаза ҡыҙы саҡырылғайны.

Алып барыусы ҡыҫҡаса һәр уҡытыусының биографияһы менән таныштырҙы, һорауҙар бирҙе. Беҙҙең остаздарыбыҙ ихлас күнелдән хәтирәләре менән бүлеште, һорауҙарға яуап бирҙе, уйындарҙа ҡатнашты.

Матур сара һыйға бай өҫтәл артында иҫтәлектәргә бирелә-бирелә тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды

Уҡытыусылар... Оло йөрәкле, ихлас һәм көслө рухлы әлеге һөнәр эйәләре бары тик һокланыу һәм улар йәнәшәһендә була алған өсөн сикһеҙ ғорурланыу хисе генә уята.

Уҡытыусыларыбыҙ! Тормошобоҙҙа Һеҙҙең ниндәй мөһим урын алып торғанығыҙҙы беҙ әле теүәл генә аңлап та бөтөрмәйбеҙҙер. Гел йәнәшәңдә булған, кәрәк саҡта йылы һүҙе, кәрәк саҡта урынлы шелтәһе менән ярҙам иткән кешегә бик иғтибар ҙа итеп бөтмәҫкә мөмкинбеҙ... Моғайын, мәктәпте тамамлап, йылдар уҙғандан һуң, кеше үҙ тормошонда уҡытыусының ниҡәҙәр ҡәҙерле һәм мөһим кеше икәнен аңлай башлайҙыр. Уҡытыусыларҙың ауыр, ҡатлаулы, йәнең-тәнең менән бирелеп эшләүҙе талап иткән хеҙмәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән дә бәйәләп бөтөрөп булмай. Бары бер һүҙ генә әйтәһе килә: Рәхмәт Һеҙгә! Рәхмәт, Уҡытыусыларыбыҙ!

Хөрмәтле мөғәллимдәребеҙ! Һеҙ – беҙҙең иң ҡәҙерлеләребеҙ, үрнәк алырлыҡ кешеләребеҙ, тура юл күрһәтеүселәребеҙ. Һеҙ биргән белемдәр, Һеҙҙең өгөт-нәсихәтегеҙ беҙгә ауыр тормошта ла дөрөҫ юлдан тайпылмайса, гел алға барырға ярҙам итә. Һәрсаҡ уҡыусыларығыҙҙың рәхмәттәренә төрөнөп, уларҙың ярҙамын тойоп йәшәргә насип булһын! Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, яңы ҡыуаныстар теләйбеҙ!



1012

Оставить сообщение: