Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 81.14 92.22

Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы

Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы.
Тыл хеҙмәтсәндәре, ауыр шарттарҙа фронтты бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеп, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Уларҙың һуғыш мәлендә, һуғыштан һуңғы осорҙа, еңеү һәм илебеҙҙең тыныс киләсәге өсөн индергән өлөштәре оло баһаға лайыҡ.
13 март Көҙән ауылы биләмәһендә тыл хеҙмәтсәндәре Сәғәҙиев Зөфәр Шәйхрахман улы, Миғранов Абдрахман Әбдрәхим улы, Ҡадиров Хисаметдин Зәйнетдин улы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнде.
Хөрмәтле ауылыбыҙҙың аксакалдары
Һеҙгә исәнлек, саулык, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
257

Оставить сообщение: