Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йыл 2-се сентябрҙағы Указына ярашлы Бөйөк Еңеүзең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырыла башланы.
13 - се март көнө Үрге Әрмет ауылында йәшәүсе ауылыбыҙҙың ағинәйе, тыл һәм хеҙмәт ветераны Сираева Мәрйәм Нәсибулла ҡыҙына “Бөйөк Еңеүгә-80 йыл" юбилей миҙалы тапшырылды.
Миҙалды Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы А.А.Ишемғолов исеменән Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Әҙһәм улы Шаһиев тапшырҙы. Инәйҙе ауыл хакимиәтендә белгес булып эшләүсе Гөлдәр Әүхәт ҡыҙы Казакеева, ветерандар советы рәйесе Йәмилә Нәғимрахман ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡотланы.
Мәрйәм инәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, матур итеп донъя көтә, балалары тәрбиәһендә матур, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. "Аллаға шөкөр, бик бәхетлемен", - тине инәйебеҙ беҙҙе оҙатҡанда. Хөкүмәткә ололарға иғтибар күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
#ГодЗащитникаОтечества
#ВерхнеарметовскийСДК#ҮргеӘрметмәҙәниәтйорто
#Ишимбайкультура

555