7-се март көнө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған бик күңелле байрам кисәһе үтте.
Кисәнең беренсе өлөшөндә
Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ауылдаштарҙы байрам менән ҡотланы, Ишембай ҡалаһында үткән "Широкая Масленица" байрамында әүҙем ҡатнашҡан апаларға дипломдар тапшырҙы.
Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә
ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары ике командаға бүленеп "Йәгеҙ әле, ҡатын-ҡыҙҙар!“ бәйгеһендә етеҙлектә, матурлыҡта, маһирлыкта, тапҡырлыҡта, оҫталыкта көс һынашты.
Кисәлә өләсәйҙәрҙән торған " Супер нәнәйҙәр" һәм йәштәрҙән торған "Әрмет ҡыҙҙары" командалары ҡатнашты.
Командалар үҙҙәре менән таныштырыуҙа, һорауҙарға яуап биреузә, спорт ярыштарында, кухня, хужалыҡ эштәрендә, мода күрһәтеүҙә, йыр-бейеүҙә, скетчта, породияла үҙ көстәрен һынаны. Ике команда ла бик матур сығыш яһаны.
Тамашасы ҡыҙҙарҙың һәр сығышын алҡыштарға күмде.
Уйынды гәҙел жюри ағзалары баһаланы.
"Әрмет ҡыҙҙары" командаһы беренсе урын алһа, "Супер нәнәйҙәр" ике мәрайгә ҡалышып икенсе урынға сыҡты.
Байрамда ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ауыл халҡына ысын мәғәнәһендә байрам кәйефе бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ
( Кисәнән фотолар, дауамы)
#ҮргеӘрметмәҙәниәтйорто#ВерхнеарметовскийСДК
#Ишимбайкультура
#Международный_женский_день
#Халыҡ_ара_ҡатын_ҡыҙҙар_көнө

554