Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 80.76 93.67

2025 йыл йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың гаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

2025 йыл йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың гаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.
2025 йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ.

Ватанды һаҡлаусылар йылы – бөтә донъяға үҙенсәлекле өндәмә, нацизмға ҡаршы берләшергә, тарихи ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө яҡларға саҡырыу. Айырым илдәрҙең халҡыбыҙҙың кешелекте ҡотҡарыуҙағы ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе юйырға тырышыуы фонында был айырыуса мөһим.

Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Тыуған илгә хәүеф янағас, батыр һалдаттар сафҡа баҫа һәм дошмандың һөжүмен кире ҡаға.

Әрмет ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла 16 кеше, Үрге Әрмет ауылынан ете кеше катнаша ине. Түбәнге Әрмет ауылынан бер егет, Үрге Әрмет ауылының өс егете махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Улар: Сәйфетдинов Зөфәр Ишбулды улы, Мөхәмәҙиев Дамир Фәнир улы, Мөхтәров Альберт Саях улы, Әбсәләмов Дамир Исмәғил улы.

23 февраль–Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Был көндө илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән һәм һәләк булған егеттәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ!
Улар беҙ тыныс йәшәһен өсөн үҙ ғүмерҙәрен аяманылар. Тыныс йоклағыҙ егеттәр!

#нашизащитники
#ДеньЗащитникаОтечества#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
#Защитимпамятьгероев
#Япомню#Мыпомнимсвоихгероев
#УларМәңгебеҙҙеңхәтерҙә
#23февраля
#ИшимбайКультура
#ВерхнеарметовскийСДК#ҮргеӘрметмәҙәниәтйорто
816

Оставить сообщение: