Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 81.05 93.93

Теплые вести из семинара.

Теплые вести из семинара.

14 февраля 2025 года на базе Стерлитамакского лицей- интерната им. В.И.Ленина (СЛИ №2) состоялся межмуниципальный семинар по реализации концепции преподавания государственных языков Республики Башкортостан и родных языков народов Республики Башкортостан, Закона Республики Башкортостан “О языках народов Республики Башкортостан”. Глубокий анализ преподавания, основанный на показателей последних трех лет, был сделан работниками Министерства и науки образования, ИРО РБ и РЦОИ РБ. А в практической части семинара учителя и воспитатели показали открытые уроки и мастер – классы, с использованием современных инновационных технологий. Среди этих педагогов была и наша коллега из МБОУ БГИ №2 им. А.Валиди Амирханова Ф.Т. Ее урок выбрали около 50 учителей, где Фаягуль Тимербаевна сумела организовать интересный урок с незнакомыми детьми, быстро завоевала их уважение и доверие, что дало свои плоды. Неповторимые минуты поэзии Рами Гарипова намного запомнятся ребятам и гостям этого урока, которые отметили высокий методический уровень учителя. Хочется благодарить Амирханову Ф.Т. за преданность своему делу. Также в ходе семинара не раз было подчеркнуто повышение на 7% количество детей, изучающих родной язык в нашем муниципалитете. Как - будто цифра маленькая, но в сравнениии с десятками других районов, где наблюдается падение числа изучающих родной язык, наш муниципальный район был приведен как положительный пример для всей республики. В связи с этим, благодарим учителей, которые добились увеличения количества детей, выбравших родной язык для изучения. Значит, впереди еще много дел, чтобы привлечь детей к урокам башкирского языка, и всем известно, что это возможно только при качественных и интересных уроках.
Методист ОМСОД МКУ УО /Азнабаева Г.Ш.

Семинарҙан яҡшы хәбәрҙәр

2025 йылдың 14 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се һанлы башҡорт лицей- интернатында (СЛИ №2) Башҡортостан Республикаһының Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Туған телдәрен уҡытыу буйынса концепцияһын, Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” Законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль төбәктәр араһында ҙур фәнни –практик семинар булып үтте. Уның программаһында Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты һәм Информацион үҙәк етәкселәре сығыштарынан тыш төрлө төбәктәрҙән килгән уҡытыусылар, директорҙар, тәрбиәселәр сығыштары ҡаралғайны. Башҡорт теле уҡытыусылары практик өлөштө тәьмин итеп, дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Улар араһында беҙҙең уҡытыусыбыҙ Ф.Т. Әмирханова ла булды. 50-гә яҡын уҡытыусы инеп ултырған кабинетта әҙәбиәт дәресе юғары кимәлдә, бер тын алышында үтеп китте, бик юғары тәҫҫораттар ҡалдырҙы. Уҡытыусының ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балаларҙы дәрес темаһына алып инеп, матур сығыштар яһауға алып килеүенә барыһы ла һоҡланды. Арабыҙҙа шундай коллегалар булыуы һөйөндөрә, уларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең рәхмәтебеҙ тағы ла мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙа балалар һанын арттырған коллегаларға ла белдерелә. Беҙҙең муниципаль райондың башҡа тиҫтәләгән райондар араһында был күрһәткесте быйылғы уҡыу йылында 7% -ҡа арттырыуыбыҙ бер нисә тапҡыр етәкселәр тарафынан юғары күрһәткес итеп телгә алынды. Тимәк, әле эшләйһе эштәребеҙ алда тағы ла көтә, һәм был күрһәткестең туранан –тура үҙебеҙҙең эшебеҙ, сәғәттәр һаны менән бәйле икәнен иҫтән сығармаһаҡ ине. Шул һандар янына дәрестәрҙе сифатлы итеп биреү ҙә - мөҡәддәс бурысыбыҙ. Бөтәбеҙгә лә билдәле: тик мауыҡтырыу, ылыҡтырыу ғына беҙгә туған телле балаларҙы кластарға алып киләсәк.
Мәғариф бүлеге методисы /Аҙнабаева Г.Ш.
#Ишимбайскийрайон #Образование
1609

Оставить сообщение: