29 ноябрь ауыл мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнөнә арналған "Әсәкәйем, бергенәм" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Байрам менән ауыл хакимиәтенең эштәр буйынса идарасыһы Г.Х.Хисмәтуллина ҡотланы. Кисә "Ярангөл" ҡатын ҡыҙҙар ансамбле әсәйҙәргә арнап йыр бүләк итеүҙән башланып китте. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе бәләкәс ҡыҙ һәм малайҙар тамашасыларға шиғыр һөйләп ишеттерһә, Алмаҡай ева Әлфиә, Латыпова Гүзәл моңло йырҙарын йырлап ишеттерҙе. Байрамды Әлфиә Мәрүәнова уйын-көлкө менән үреп алып барҙы.
Ә. Вәлиди музейы хеҙмәткәрҙәре лә буш килмәгән ине байрамға, улар тәүге, суйын һәм хәҙерге, заманса үтектәргә арналған күргәҙмә әҙерләп алып килгәндәр. Ауылдаштар Миңнира Абдулла ҡыҙы Вәлиеваның сығышын бик ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар.
Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, кисә генә ҡайтып төшкән ир-егеттәребеҙ- Латыпов Линар һәм Гильманов Айназдың килеүе һәм әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлауҙары, байрамды тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Байрам йылы һәм күңелле үтте, әсәйҙәр ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен әйтеп таралышты.
Фотоматериалдарҙы ошо ссылка менән кереп ҡараға мөмкин -
https://vk.com/album-137901636_306702235
1305