Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 80.73 92.6

Һәүәҫкәр композитор Муса Смаковҡа бағышланған ижад кисәһенән күренештәр

Һәүәҫкәр композитор Муса Смаковҡа бағышланған ижад кисәһенән күренештәр.

Муса Рәшит улы Смаков тыуған Башҡортостаныбыҙҙың йәмле Мәләүез районының Смак ауылында Зөләйха апай менән Рәшит ағайҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫә. Барса ауыл малайҙары кеүек Нөгөш йылғаһында һыу инеп, урам буйлап яланаяҡ йүгереп ғәмһеҙ баласағын башлай. Әммә кеше ғүмерҙәре һыналыштарҙан, кисерештәрҙән тора. Муса ағайға дүрт кенә йәш булғанда бәхетле бала сағының яҡты көндәре ҡара төнгә әйләнеүе көтөлмәгән осраҡ, әлбиттә. Кемдеңдер вайымһыҙлығы сәбәпле Муса ағай яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм була. Әммә, ләкин тормош дауам итә. Муса ағай төшөнкөлөккә бирелмәй Офө, 28-се һанлы махсус интернат –мәктәбенә уҡырға керә. Был мәктәпте тамамлағас, ике йыл Офоноң махсус уҡыу производство берекмәһендә эшсе булып эшләй. Шулай итеп тормош һынауҙары Муса ағайҙы 8 йәшлек сағында уҡ тыуған ауылынан, туғандарынан айырып сит тарафтарҙа йөрөтә. Сит ерҙәрҙә йөрөһә лә, уның күңеле һәр ваҡыт йәмле Нөгөш буйҙарын, гөл-сәскәле йәмле туғай-яландарын юҡһына. Һәм 1978 йылда 20 йәшлек егет яңынан үҙенең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бына хәҙер инде Муса ағай 38 йыл тыуған яҡтарынан илһам алып йырҙар ижад итә.

Кисәгә Муса ағайҙы ҡотларға дуҫтары, туғандары, тамашасылары йыйылды, халыҡ яратып тыңлаған йырҙар яңғыраны. Муса Рәшит улына һаулыҡ, илһам шишмәләре һайымауын теләйбеҙ һәм яңы йырҙар көтөп ҡалабыҙ!

1536

Оставить сообщение: